Стәрлебаш районының суд приставтары бәлиғ булмаған балаларҙы ҡарауға аҡса түләмәгәне өсөн Әғлетдинова Гөлшат Рәфҡәт ҡыҙын эҙләй. 1976 йылдың 19 июнендә тыуған ҡатын 2007 һәм 2006 йылғы бәлиғ булмаған балаларҙы ҡарауға аҡса түләмәй икән. Уның алимент буйынса бурысы 800 мең һумдан ашыу тәшкил итә. Гөлшат Әғлетдинованың ҡайҙалығын белгән кешеләрҙең 8 (347) 392-21-79 телефонына шылтыратыуҙарын һорайҙар. Шулай уҡ Салауат ҡалаһынан ике бала әсәһе Фролова Екатерина Александровнаны эҙләйҙәр. 1978 йылдың 10 октябрендә тыуған ҡатындың 2015 һәм 2006 йылғы балаларына 644 мең һум бурыслы. Уның тураһында мәғлүмәт белһәгеҙ, 8 (347) 273-56-40 телефонына шылтыратыуҙы һорайҙар. Сығанаҡ: https://vk.com/ufsspporb