Әсәйем динле, уҡымышлы кеше ине. Ҡөрьәндең ҡайһы бер аяттарын, мөнәжәттәрен, салауаттарҙы ҡысҡырып уҡығанында мин дә отоп ҡала инем. Ә ғәрәпсә хәрефтәр менән беренсе синыфҡа төшкәнсе таныштым. Башта үҙемдең исемемде, унан ғаиләмдәге бар кешенең исемдәрен яҙырға өйрәндем. Аҙаҡ, өйҙән алыҫҡа киткәндә, әсәй менән ғәрәпсә хат яҙыша инем, тик Ҡөрьәнде уҡый белмәнем. Ул ваҡытта мәктәп дингә бигерәк ҡаршы булды. Уҡытыусылар: “Алла юҡ, һеҙ өйҙә ата-әсәләрегеҙҙе тыңламағыҙ, улар иҫке донъя ҡалдығы”, – тип өйрәтә ине.
Йылдар үтеп, уҡыныҡ, эшләнек, ғаилә ҡорҙоҡ, балалар тәрбиәләнек, ә рухи аҙыҡ биреүсе ата-бабалаларыбыҙҙан ҡалған ышаныс ҡайҙалыр күңел төбөнә төшөп ятҡан. Уны тиҙ генә күтәреп сығарырлыҡ түгел кеүек ине.
Бар туғандарым вафат булып бөткәс, олоғая башлағас, күңел төбөндә ятҡан дин орлоғо шытып сыға башланы. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, Ҡөрьән уҡырға өйрәнәм, намаҙға баҫам, тип үҙемә һүҙ бирҙем, ләкин был ниәтем тормошҡа ашмай килде. Кеше бит ул тәбиғәте менән һүлпән, беҙҙең арттан этәреүс