Был матур парға йортобоҙҙа һоҡланмаған кеше юҡ. Улар һәр ваҡыт ҡултыҡлашып, ҡупшы кейенеп йөрөй. Гел бергәләр, сөкөр-сөкөр нимә тураһындалыр һөйләшәләр, күршеләр менән дә ихлас аралашалар. Ә йорттағы һәр баланы үҙҙәренең ейәндәре кеүек күрәләр. Улар өсөн кеҫәләрендә гел кәнфит-тәмлекәстәр ята, байрамдарға бәләкәй генә уйынсыҡтар ҙа бүләк итәләр. Ә бына үҙҙәренең ейәндәре лә, балалары ла юҡ. Дөрөҫөрәге, булған, тик... Бына уларҙың тарихы. “Бик яратышып өйләнештек беҙ Мөхтәр менән. Бер-береһе менән тын алып йәшәй, тиҙәрме әле? Беҙ ҙә шундай инек. Ғүмер буйы ҡалала йәшәһәк тә, ауыл кешеләребеҙ, мин – мәктәптә уҡытыусы, ирем водитель ине. Ул аҙналар буйы сит өлкәләрҙә командировкаларҙа йөрөнө. Мин уҡыусыларым менән мәж килеп, һағынып-зарығып үҙен көтә инем”, – тип һүҙ башланы Әминә инәй. Матур, татыу парға һоҡланғандар ҙа, көнләшкәндәр ҙә күп була. Әминәнең әхирәте Гәүһәр ҙә, күрәһең, көнләшеүселәр рәтендә булғандыр. Иренең сираттағы командировкаға китеүен ишетеү менән йыш ҡына әхирәте яны