Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бында батырҙарыбыҙҙың рухы һаҡлана…

1941 йылдың 22 июнь таңында фашистик Германия Советтар Союзына һөжүм итә һәм Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Кешелек тарихында иң ҡан ҡойошло һуғыш өс йыл да ун ай һәм 18 көн дауам итә. Совет Армияһы Европа илдәрен фашизм ҡоллоғонан азат итә. Дәһшәтле һуғыш йылдарында илебеҙ 27 миллиондан ашыу кешеһен юғалта. Шуға ла 22 июнь Рәсәйҙә Хәтер һәм ҡайғы көнө тип билдәләнә. Яу яландарында башын һалған һалдаттарҙы иҫкә алайыҡ. Иҫләйбеҙ, ғорурланабыҙ! Кисә, Хәтер Һәм ҡайғы көнө алдынан, Дүртөйлө ҡалаһының 1-се ҡала мәктәбендә илһөйәрлек музейы асылды. 2019 йылдан был мәктәптә Рәсәй гвардияһының кадет кластары эшләй. Ошо ваҡыттан алып документтар, экспонаттар, хәрби атрибутика йыйғандар. Бөтә тупланған материал мәктәп музейын асырға мөмкинлек бирә. Музейҙы асыу тантанаһында Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған 1-се мәктәпте тамамлаусы яугирҙәрҙең ата-әсәләре, яҡындары һәм туғандары ҡатнашты. – Бындай музейҙы асыу Бөйөк Ватан, Афған һуғышы, Чечен Республикаһындағы, Украиналағы махсус хәрби операциялар геройҙары тураһында хәтерҙе мәңгеләштереү генә түгел, ә илһөйәрлектең, һалдат һәм офицерҙарҙың батырлыҡтарының мөһимлеген күрһәтеү мөмкинлеген дә күҙ уңында тота. Бөгөн мәктәп уҡыусыларына хәҙерге фашизмға ҡаршы көрәшеүселәр тураһында һөйләү бик мөһим һәм кәрәк. Ата-әсәләргә батыр улдар тәрбиәләгәне өсөн ихлас рәхмәт әйтәм. Бөгөн дә 1-се мәктәпте тамамлаусыларҙың күбеһе махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булыусылар ҙа бар. Улар тураһында иҫтәлек музейҙа мәңгеләштерелгән. Музейҙы асыу өҫтөндә эшләгәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт. Бөтә заман геройҙары тураһында иҫтәлегебеҙ йәшәйәсәк, – тине Риф Йосопов. Фото: vk.com/yusupovrif