Көн элгәре Салауат ҡалаһындағы үҙәкләштерелгән китапхана системаһының 7-се филиалы - балалар моделле китапханаһы бай эстәлекле саралар үткәрҙе. Мәҫәлән, Өфө индустрия, туҡланыу һәм сервис колледжының курс студенттары «Виват, Рәсәй!» интеллектуаль-танып белеү уйынында ҡатнашты. *** Ишембай ҡалаһының Үҙәк биләмә-ара моделле ЭтноСмарт китапханаһына Балалар (үҫмерҙәр) ижады һарайы ҡарамағындағы мәктәп яны лагеры балалары килде. Уҡыусыларҙа кинетик өҫтәл, “Шхуна” интерактив комплексы, “Этнознайка” лабораторияһы ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, унда балалар рус, башҡорт, татар, сыуаш халыҡтарының көнкүреше элементтары хаҡында белде *** “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Саҡмағош районының Ҡалмашбаш ауыл мәҙәниәт йортонда сәләмәтлек темаһына мәғлүмәт сәғәте үткәрелде. Тәмәке тартыу проблемаһына айырыуса иғтибар бүленде. Балалар никотиндың организмға зарарлы йоғонтоһо хаҡында белде, билдәле ғалимдарҙың һәм табиптарҙың тәмәкенең зыяны тураһында әйткән фекерҙәрен тикшерҙе. *** Ишембай районы Үрге Этҡол ауылының моделле китапханаһында Ишембай ҡалаһының 15-се мәктәбе һауыҡтырыу лагеры уҡыусылары өсөн “Мөғжизәле ил – китапхана” экскурсияһы үткәрелде. Балалар заманса китап фонды менән танышты, интерактив уйындарҙа ҡатнашты, виртуаль ысынбарлыҡ күҙлегенән һынау үтә алды. Бынан тыш, уйын бүлмәһе уларҙың иғтибарын йәлеп итте. Бигерәк тә ҡунаҡтарҙы “Башҡортостан” төбәк компоненты, интерактив ҡомташ, сенсор өҫтәле һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләренең мультимедиалы интерактив комплексы хайран ҡалдырҙы. “Мәҙәниәт” милли проектының маҡсаты – илдә мәҙәни ҡиммәттәрҙе булдырыуҙа ҡатнашыу мөмкинлектәрен арттырыу. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының сайтынан.
Моделле китапханалар балаларҙың йәйге ялын ойоштороуҙа ҡатнаша
29 июня 202429 июн 2024
1
1 мин