Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Өләсәй, әйҙә, магазин уйнайыҡ!"

Әбйәлил районында йәшәгән блогер Рәхимә Мусинаның төрлө ҡыҙыҡлы яҙмаларын, ҡул эштәрен даими рәүештә гәзитебеҙҙең сайтында таныштырып барабыҙ. Психолог һөнәрен үҙ иткән Рәхимә Мусина бөгөн дә күптәр өсөн бик фәһемле тема күтәргән. Бигерәк тә ейән-ейәнсәрҙәре өләсәй- олатайҙары янына ҡайтҡан ваҡытта. "Минең балалар заманына баҙарҙарға ҡытай тауарҙары килеп тулып, совет пластмассаларынан тыш төрлө ҡыҙыҡлы уйынсыҡтарҙы ла күреп үҫтеләр. Шулай булһа ла, Ильясыма үҙебеҙҙең ошо ябай ҡағыҙ карточкаларҙан торған "Моя первая покупка" лотоһы ныҡ оҡшай ине. "Әсәй, әйҙә, магазин уйнайыҡ", - тей ҙә йөрөй торғайны. Бер генә "аҡса"һын да, "тауар"ын да юғалтмай, таушамай, йыртмай ғына уйнатты. Аҙаҡ, малай ҙурайғас, тегене антресолгә йыйып ҡуйҙым.Бер ун йылдан лотоны ейәнсәремә сығарып күрһәттем. Замана балаһының был раритетҡа иҫе лә китмәҫ тиһәм, юҡ, Әлиә лә, бөтә прибамбастары булған кассалы магазины булһа ла, минең ҡағыҙ карточкалар менән кинәнгәнсе уйнап үҫте. Ул да бер нәмәне лә әрһеҙләмәне, тик бер купюраһы ғына кеҫәһендә килеш йыуылып таушалып ҡалды. Хәҙер был лото — Дамирымдың яратҡан уйыны. "Өләсәй, әйҙә, магазин уйнайыҡ", - тей ҙә йөрөй. Беҙгә ҡарап тора ла, Әлиә лә йыш ҡына ҡушылып китә. Алмашлап йә һатыусы, йә покупатель булып уйнайбыҙ. Теге таушалған аҡса килеп сыҡҡан һайын: "Мятую купюру не принимаем", - тип һатыулашып алған булалар. Оҡшағас, үҙегеҙгә городҡа алып ҡайтығыҙ һуң, тиһәм, юҡ, был Асҡарҙа ғына уйнай торған нәмә, тиҙәр. Ильяс ағалары әйтмешләй, "егерме йылдан һуң да иң шәп өҫтәл уйыны"н тағы бер 15 йылдан ошо балаларҙың сабыйҙары уйнатырҙар микән?! Миңә ҡыҙыҡ булып китте әле, Аллаһы Тәғәлә ғүмер биреп, 75-80 йәшемдә лә һатыусы уйнап ултырырға яҙһын инде! Бынан тыш, шашки, кәрт ("Дурак"), домино, олаталары менән шахмат (мин белмәйем) һ.б. уйнайбыҙ. Балаларҙы әүрәтһәң, улар телефондары барлығын да оноталар ул. Хәҙерге баллар бер нәмә лә уйнамай тип күберәк үҙебеҙҙең ялҡаулыҡты аҡлайбыҙ. Уйнарға өйрәтергә лә кәрәк бит. Нисек уйлайһығыҙ? " - тип яҙған Рәхимә Мусина. Ысынлап та, һеҙҙең ейән -ейәнсәрҙәрегеҙ ниндәй уйындар уйнай әллә ҡулдарына тик телефон тотоп ҡына ултырамы? Фото һәм текст сығанағы: Рәхимә Мусина