Найти тему
Башҡортостан гәзите

Мөһим проект ҡаралды

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты маҡсаттарына ярашлы, Учалы районы хакимиәтендә муниципаль “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәрелде. Уның барышында быраулау ҡоролмалары етештереү, ер аҫты ҡорамалдары өсөн комплектлаусы изделиелар әҙерләү, машиналарҙы һәм ҡорамалдарҙы ремонтлау буйынса завод төҙөү проекты ҡаралды. Завод төҙөлөшө бөгөн проектлау стадияһында һәм файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу өсөн машиналар һәм ҡорамалдар импортын алмаштырыу маҡсатында уйланылған. Ултырышта проект инициаторы Дмитрий Әсәҙуллин электр һәм газ менән тәьмин итеүгә һәм ер участкаһын сәнәғәт ерҙәре категорияһына күсереүгә ҡағылышлы проблемалы мәсьәләләр хаҡында һөйләне. Проект буйынса инвестицияларҙың дөйөм күләме 615 миллион һум тәшкил итте. “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” һөҙөмтәләре буйынса проблемалы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә кәрәкле мәғлүмәти ярҙам күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыуға ғәмәлдәге эшҡыуарҙар ҙа, шулай уҡ үҙ эшен асырға теләүселәрҙең барыһы ла саҡырыла. Яҙма Башҡортостандың Инвестиция порталында https://investrb.ru/ru/ (“Инвестиция сәғәте. Ғариза бирергә") бүлегендә алып барыла. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Учалы районы хакимиәте.