Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Бөркөт"кә торлаҡ асҡысы тапшырылған

Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә хәбәр иткән. "Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған райондаштарыбыҙҙы торлаҡ менән тәьмин итеүҙе дауам итәбеҙ.Бөгөн "Бөркөт” позывнойлы яугиргә ҙур ихласлыҡ менән торлаҡ асҡысын тапшырҙыҡ. Райондашыбыҙ 2020 йылда призыв буйынса хәрби хеҙмәткә алына. Махсус хәрби операция башланғас та контракт төҙөп, хеҙмәтен артабан дауам итергә ҡарар итә. Әле уның махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан мәле."Бөркөт"тө бөгөнгө мөһим ваҡиға менән ҡотлайым! Хеҙмәтенән имен-һау әйләнеп ҡайтып, йортоноң мәнфәғәтен күреп, бәхетле тыныс тормошта йәшәргә насип булһын. Форсаттан файҙаланып, матур тәрбиә биреп ҡыйыу ул үҫтергәндәре өсөн опекундары Ибраһимова Рәйфә Әмир ҡыҙына, Әминев Ринат Шәрәфетдин улына оло рәхмәтемде еткерәм. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, уңыштар теләйем!" - тип яҙған Ғәзиз Манапов. Фото һәм сығанаҡ: Ғәзиз Манаповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән