Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ирекмәндәрһеҙ ауыр булыр ине

21 июндә Шишмә районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика ирекмәндәр лагерында ҡатнашыусылар - ирекмәндәр йәмәғәт берләшмәләре, социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һәм муниципаль ирекмәндәр штабы вәкилдәре менән осрашты. Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-патриотик паркында үткән осрашыуҙа бөтәһе 300 кеше ҡатнашты. 22-24 июндә ирекмәндәр лагеры сиктәрендә улар бында ирекмәнлек эшмәкәрлегенә мотивацияны арттырыуға, социаль эштең иң яҡшы тәжрибәләре менән уртаҡлашыуға, активистарҙың ижади һәм мәҙәни үҫешенә йүнәлтелгән уҡыу курсын үтә. Осрашыуҙы асып, Башҡортостан Башлығы республиканың ирекмәндәр хәрәкәте вәкилдәренә рәхмәт белдерҙе. – Һуңғы йылдарҙа ирекмәнлек роле беҙҙең йәмғиәт өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Һеҙҙән башҡа ошо осорҙа осраған ҡаршылыҡтарҙы хәл итеү ауыр булыр ине, – тине Радий Хәбиров. – Ирекмәндәребеҙ коронавирусҡа ҡаршы көрәштә ярҙам итте, кешеләрҙе яҡланы – медицина учреждениеларында эшләне, аҙыҡ-түлек йыйылмаһы әҙерләне һәм таратты. Янғындар миҙгелендә ирекмәндәр утты һүндереү өсөн алыҫ райондарға сыға. Бөгөн ирекмәндәрҙең күбеһе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтә, уларҙың ғаиләләре хаҡында хәстәрлек күрә. Әлбиттә, былар барыһы ла – һеҙгә йөкмәтелгән ғәйәт ҙур эш. Һәм бында һеҙ, ирекмәндәр, һәммәбеҙгә лә ныҡлы ярҙам күрһәттегеҙ. Бының өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт! Республика етәксеһе шулай уҡ ирекмәндәр хәрәкәте активистары менән даими аралашыуҙың мөһимлеген билдәләне. – Республикабыҙ ирекмәндәре армияһы – бик ҙур. Дүрт миллионлы Башҡортостанда 138 мең ирекмән рәсми теркәлгән. Өҫтәүенә һуңғы ваҡытта улар иҫәбендә халыҡҡа ҙур ярҙам күрһәткән “көмөш” волонтерҙар – өлкәндәр күбәйә бара. Барығыҙ ҙа – ысын көс, – тине Радий Хәбиров. – Шәхсән минең, беҙҙең идара итеү командаһы өсөн һеҙҙең менән ошондай осрашыуҙар бик мөһим. Аралашыу барышында беҙ ирекмәндәр хәрәкәтен артабан үҫтереү буйынса мөһим ҡарарҙар ҡабул итәбеҙ. Шуға күрә берлектәге эште нисек яҡшырта алыуыбыҙға бәйле һорауҙарығыҙҙы һәм тәҡдимдәрегеҙҙе көтәбеҙ. Артабан Башҡортостан Башлығы ирекмәндәр хәрәкәте активистарының һорауҙарына яуап бирҙе. “Ирекмән” төшөнсәһенең мәғәнәһендә ике нигеҙ ята, тип билдәләне Радий Хәбиров. – Тәүгеһе: уның шөғөлө йәмғиәт өсөн файҙалы. Ә икенсеһе: был эшмәкәрлек – эскерһеҙ, – тине ул. – Шул уҡ ваҡытта дәүләттең был йүнәлеште үҫтереүҙе нисек тә булһа дәртләндерергә тейешлеген аңлайбыҙ. Республика Башлығы коронавирустың йәмғиәтте берләштергән һәм бер-береһенә ярҙам итеү теләген нығытҡан ирекмәнлек хәрәкәте үҫешенә ҙур этәргес биреүен иҫкә төшөрҙө. Шул уҡ ваҡытта Радий Хәбиров ирекмәнлек, һәр төрлө эшмәкәрлек кеүек үк, кешенең үҙенә оҡшарға тейешлеген билдәләне. Был ирекмәндәргә эштәренән ҡәнәғәт ҡалып, күберәк тырышлыҡ һалырға мөмкинлек бирәсәк. Төбәк етәксеһе ғаилә ирекмәнлеге идеяһын да ыңғай баһаланы. Был осраҡта ата-әсәләр өлгөһө балаларҙы һәм, ғөмүмән, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү өсөн бик файҙалы. Бынан тыш, әлеге этапта ирекле эшмәкәрлек алып барыу – әүҙемсенең шәхси һәм карьера үҫеше өсөн яҡшы база. Башҡортостан Башлығы республикала ошо йүнәлештәге эш тәжрибәһе иҫәпкә алынасағын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Волонтерлыҡтың киләсәге хаҡында һөйләгәндә, Башҡортостан Башлығы уның йәмғиәттәге социаль роле һаҡланасағын билдәләне. – Ирекмәнлектең асылы – кешеләргә ниндәйҙер ҡатмарлы хәлдәрҙә ихлас теләктәшлек күрһәтеү һәм бер-береһенә ярҙам итергә әҙер булыу. Шуға күрә, минеңсә, волонтерлыҡ киләсәктә лә көнүҙәк буласаҡ. Ул дәүләттең мөһим социаль функцияларын органик рәүештә тулыландыра, – тине Радий Хәбиров. Республика етәксеһе, йәштәрҙә үҙенең ирекмәнлек эшмәкәрлеге тураһында һорауға яуап биреп, совет йәштәрендә изге эштәр менән шөғөлләнеүҙәре, ләкин ул саҡта был йүнәлештең хәҙерге мәғәнәлә аңлау булмауы хаҡында һөйләне. – Студент сағымда уҡ, 1989 йылда армияла хеҙмәт иткән егеттәр менән бергә Оло Тәләк эргәһендәге ҡот осҡос тимер юл фажиғәһендә яраланғандарға ярҙам иттем, аҙна буйына дауаханаларҙа эшләнем, – тип һөйләне Башлыҡ. Радий Хәбиров Башҡортостанда спорт үҫешенә туҡталды һәм быйыл беҙҙә өс ҙур объектты – Көрәш һарайын, фехтование һәм ишкәкле слалом үҙәктәрен асырға йыйыныуҙарын билдәләне. – Республикала бик күп спорт объекттары төҙөлә. Тәү сиратта балаларыбыҙға спорт менән шөғөлләнергә мөмкинлек биреү мөһим. Уларҙың барыһы ла бөйөк спортсы булмаясаҡ, ләкин сәләмәт кешеләр булып үҫәсәк, – тип билдәләне төбәк етәксеһе. Аралашыу ваҡытында ирекмәндәр Башҡортостан Башлығына тап “Патриот” паркында уҡыу мөмкинлеге биргәне өсөн рәхмәт белдерҙе. - Бында барыһын да аҡрынлап эшләнеләр. Тәүҙә плац һәм казармаларҙы тәртипкә килтерҙеләр, һуңынан спорт үҙәге, асыҡ амфитеатр барлыҡҡа килде. Яңыраҡ ашхана, физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлдө, – тип хәбәр итте Радий Хәбиров. – Беҙ “Патриот”тың күп функциялы булыуына өлгәштек. Алда әле пландар байтаҡ. Бында яңы объекттар – бассейн, пляж менән быуа, пилотһыҙ аппараттар операторҙарын уҡытыу өсөн майҙансыҡ барлыҡҡа килә. Ирекмәндәр лагеры ла бында йыл һайын йыйылыр тип ышанам. Радий Хәбиров ҡурай уның өсөн иң яратҡан халыҡ музыка ҡоралдарының береһе булыуы хаҡында һөйләне һәм уның халыҡты һаҡлаусы музыка ҡоралы булыуын билдәләне. Осрашыу һуңында төбәк етәксеһе Республика ирекмәндәр лагерында ҡатнашыусыларға ҡыҙыҡлы һөйләшеү өсөн рәхмәт белдерҙе. Артабан иң яҡшы хәрәкәт вәкилдәрен Башҡортостан Башлығының “Башҡортостан Республикаһы ирекмәне” почет билдәләре менән наградлау тантанаһы үтте. – Уларҙы ғорурланып тағып йөрөгөҙ, үҙегеҙҙең ирекмәндәр икәнегеҙҙе барыһы ла күрһен. Был – эшмәкәрлегегеҙгә, күңелегеҙҙең һәм йөрәгегеҙҙең киңлегенә хөрмәт күрһәтеү, – тине Радий Хәбиров. Журналистар менән аралашҡанда республика етәксеһе уҙған осрашыуға төп йомғаҡ яһаны. – Волонтерҙар – ғәжәйеп, вайымлы кешеләр, улар эскерһеҙ изге эштәр башҡара, кешеләргә ярҙам итә. Ирекмәндәр власть өсөн бик ышаныслы һәм яуаплы ярҙамсыға әүерелде, – тине Радий Хәбиров. – Шуға күрә бындай осрашыуҙар кире бәйләнеш күҙлегенән кәрәк. Беҙгә әүҙем ағзаларҙы борсоған һорауҙарҙы ишетеү, республика ирекмәндәр хәрәкәтенең артабанғы үҫешенә ярҙам итә ала. Әңгәмә йомғаҡтары буйынса уларҙы артабан тормошҡа ашырыу өсөн тейешле йөкләмәләр әҙерләнәсәк. Һәм, әлбиттә, республика ирекмәндәргә уларҙың ҙур хеҙмәте өсөн бик рәхмәтле. Ирекмәндәр хәрәкәте активистары менән аралашҡандан һуң республика етәксеһе Патриот паркы биләмәһен ҡараны һәм уның биләмәһен үҫтереү буйынса эш кәңәшмәһен үткәрҙе. Атап әйткәндә, Радий Хәбиров йәйге лагерҙарҙы яңыртыу федераль программаһы буйынса төҙөлгән яңы модулле торлаҡ корпустарын ҡараны. Уларҙы сафҡа индереү менән “Авангард” уҡыу-методика үҙәгендә йыл һайын 10 меңдән ашыу курсант уҡый аласаҡ. Бынан тыш, “Патриот” паркында мунса-кер йыуыу комплексын капиталь ремонтлауға, тир төҙөүгә һәм “Партизан ауылы” комплексына тиклем юлға асфальт түшәүгә тотонорға планлаштырыла. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.