22 июнь Рәсәйҙә Хәтер һәм ҡайғы көнө тип билдәләнә. Шул сәбәпле "Хәтер шәме" акцияһы үтте. Хәтер Һәм ҡайғы көнө алдынан Рәсәйҙә Ватанды яҡлап үҙ ғүмерен ҡорбан иткәндәр, Бөйөк Еңеүҙе фиҙакәр хеҙмәте менән яҡынайтҡандар иҫтәлегенә миллионлаған шәм тоҡандырыла. Бөгөн, 21 июндә, Өфөнөң Киров районы ветерандары һәм халҡы, 45-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе, 26-сы Мәғариф үҙәге, 21-се лицей уҡыусылары, “Башҡортостан урыҫтары соборы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы идараһы һәм бүлексә советтары ағзалары, ”Йәшлек” балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубтары берекмәһе белгестәре, Башҡорт медицина университеты студенттары, Еңеү ирекмәндәре Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы хөрмәтләп иҫкә алыу өсөн Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың скульптураһы янында йыйылды. Программала хәрби тематикаға арналған “Журавли”, “Закаты алые”, “Давно, была война”, “Россия” кеүек йырҙар яңғыраны. Ҡала мәҙәниәт һарайы солистары башҡарыуында “На передовой”, “Облаком по небу” концерт номерҙары тәҡдим ителде. Башҡорто