Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында иҡтисад фәндәре докторы, профессор, Сибай институтын булдырыусы шәхес Зиннур Йәрмөхәмәтовтың иҫтәлегенә арналған китап менән танышыу кисәһе уҙҙы. Был ваҡиғаға Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты директоры Илдар Хәмитов, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова, билдәле драматург Наил Ғәйетбаев кеүек абруйлы ҡунаҡтар һәм Зиннур Ғөбәйҙулла улының хеҙмәттәштәре, яҡташтары йыйылды. Зиннур Йәрмөхәмәтов халыҡ хәтерендә Сибай ҡалаһын Башҡортостандың Урал аръяғының баш ҡалаһына әйләндереүсе етәксе, Сибай институтына нигеҙ һалыусы, тыуған яғын һәм яҡташтарын яратҡан юғары мәҙәниәтле, тәрән аҡыллы шәхес булараҡ йәшәй. Көньяҡ Урал райондары халҡы Зиннур Ғөбәйҙулла улының Сибай ҡалаһына етәкселек иткән осорон әле лә һағынып иҫкә ала. Тап шул йылдарҙа ҡалала бер нисә мәктәп һәм балалар баҡсаһы, филармония, “Сулпан” балалар театры, башланғ
Халыҡ ул етәкселек иткән осорҙо әле лә һағынып иҫкә ала
21 июня 202421 июн 2024
2 мин