Еңеүселәр иҫәбенә 33 коммерцияға ҡарамаған ойошма ингән, уларҙың проекттары 50 миллион һум күләмендә финанслау аласаҡ. Шуларҙан 15 ойошма тәүге тапҡыр республика Башлығы гранттары конкурсында еңеү яуланы, улар иҫәбендә – Дүртөйлө районы вәкилдәренең тәүге еңеүе. Республика муниципалитеттары араһында алдынғы урындарҙы Өфө ҡалаһы ойошмалары биләй – 17 дана, икенсе урында – Ғафури районы – ике проект. Еңеүселәр иҫәбендә шулай уҡ Рәсәйҙең дүрт төбәгенән ойошмалар бар: Пермь крайы, Мәскәү ҡалаһы, Силәбе һәм Свердловск өлкәләре. Еңеүселәр киләһе телдәр буйынса билдәләнде: башҡорт теле – 25, сыуаш теле – ике, мордва, удмурт һәм мари телдәре – берәр проект. Шулай уҡ өс проект күп телле: башҡорт, татар, рус һәм инглиз телдәрен үҙ эсенә ала. Ниндәй проекттар көтөргә кәрәк? Мәҫәлән, Туймазы районының Ермучино ауылында “Бишҡурай” этнолингвистик музей-тирмә ойоштороласаҡ, унда башҡорт телен уҡытыуға һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыласаҡ. Шулай уҡ мультимедиалы һәм интеракт