21 июндә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны. Төбәк етәксеһе республика табиптарын һәм шәфҡәт туташтарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы һәм дәүләт наградаларын тапшырҙы. Сара башланыр алдынан Башҡортостан Башлығы Салауат Юлаев майҙанында ҡуйылған медицина хеҙмәте автомобилдәре күргәҙмәһен ҡараны. Бында флюорографтар, маммографтар, диагностика приборҙары, стоматология һәм башҡа кабинеттар булған заманса ашығыс медицина ярҙамы машиналары, мобиль фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм күсмә мобиль комплекстар ҡуйылған. Тап улар төбәк етәксеһенең ҡушыуы буйынса биш йыл инде республика райондарына сығып йөрөгән “Сәләмәтлек поездары” составында эшләй. Башҡортостан Башлығы алыҫ райондарҙа йәшәгәндәргә күсмә квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн Республика стоматология поликлиникаһының баш табибы Рөстәм Дөмәевкә күсмә стоматология дауалау-профилактика модулен алыу өсөн сертификат тапшырҙы. Радий Хәбиров ирекле төркөмдәр һәм күсмә бригадалар составында Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә йәшәүселәргә һәм яраланған яугирҙәргә ярҙам күрһәткән Башҡортостандың медицина хеҙмәткәрҙәре менән аралашты. Республика Башлығы уларға юғары һөнәри оҫталыҡтары өсөн рәхмәт әйтте һәм Башҡортостандың яңы биләмәләре етәкселәренең һәм Башҡортостан яугирҙәре хеҙмәт иткән частар командирҙарының Башҡортостан табиптарына ҡаһарманлыҡтары һәм ярҙамға килергә әҙер булыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе. Медицина хеҙмәткәрҙәре уларҙың һәр береһе Донбассҡа тағы ла эш буйынса командировкаға сығырға һәм профессиональ бурысын үтәргә әҙер булыуын белдерҙе. Артабан Радий Хәбиров табиптарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы. – Барлыҡ республика халҡы исеменән һеҙҙең изге хеҙмәтегеҙ, шәфҡәтлелегегеҙ, ярҙамға килергә әҙер булыуығыҙ өсөн тәрән ихтирам һәм рәхмәтемде белдерәм. Тиҫтәләгән йылдар дауамында намыҫлы эшләгән һаулыҡ һаҡлау ветерандарына айырым рәхмәт, – тине ул. – Республика халҡының һаулығы, һаулыҡ һаҡлау системаһын нығытыу, һис шикһеҙ, беҙҙең өҫтөнлөктәребеҙ булды һәм булып ҡаласаҡ. Башҡортостан Хөкүмәте тармаҡ үҫешенә аҡса һалыуҙы 2018 йыл менән сағыштырғанда бер ярым тапҡырға арттырған. Быйыл улар 117 миллиард һумдан ашты. Беҙ яңы мөһим объекттар – Республика балалар клиник дауаханаһының Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәген, Оло Ыҡтамаҡта ашығыс ярҙам станцияһы менән дауахананы, Өфөнөң Затонында, Баймаҡта, Мәсәғүттә поликлиникаларҙы сафҡа индерҙек. Йәнә алты поликлиника төҙөйбөҙ. Йыл һайын ауылда тиҫтәләрсә яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм табип амбулаториялары асабыҙ. Дөйөм алғанда, биш йылда беренсел звено медицина учреждениеларының проблемалы биналары һанын ике тапҡырға кәметтеләр. 350-нән ашыу санитар машина, 14 миллиард һумға 29 мең берәмек медицина ҡорамалы һатып алынған. Һөҙөмтәлә беҙҙә 38 медицина ойошмаһы юғары технологик ярҙам күрһәтә. Уҙған йылда 24 меңгә яҡын кеше ошондай ярҙам алған. Һанлы технологиялар, федераль үҙәктәр менән хеҙмәттәшлек табиптарға пациенттарҙың ғүмерен ҡотҡарыуҙа һәм дауалауҙа яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкинлек бирә. Һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау программаһы сиктәрендә Өфөлә 118 медицина учреждениеһы бинаһы капиталь ремонтланасаҡ. Быйыл баш ҡаланың һаулыҡ һаҡлау системаһын нығытыуға 500 миллион һум, ә киләһе йылдан башлап йыл һайын 1,5 миллиард һум йүнәлтеләсәк. Беҙҙә кадрҙар мәсьәләһенә ҙур иғтибар бирелә. Мәктәптәрҙә медицина кластары, предуниверсарийҙар асыла. Башҡорт дәүләт медицина университеты Рәсәйҙең иң яҡшы ун медицина юғары уҡыу йорто исемлегенә ингән. “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программалары сиктәрендә ауыл еренә йәлеп ителгән йәш белгестәрҙең һаны буйынса беҙҙең республика – илдә тәүге өсәү исемлегендә. – Табиптарыбыҙҙың күбеһе ирекмәндәр булараҡ махсус хәрби операция зонаһына барырға теләк белдерҙе һәм бөгөн яугирҙәребеҙҙең ғүмерҙәрен ҡотҡара. Республикала ойошторолған медицина ротаһы “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкына һәм башҡа подразделениеларға кәрәкле ярҙам күрһәтә. Уның составында - республиканың барлыҡ райондарынан табиптар, фельдшерҙар, шәфҡәт туташтары, водителдәр. Хеҙмәттәштәребеҙгә батырлыҡ һәм юғары һөнәри оҫталыҡ өсөн рәхмәт әйткем килә. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ! – тине Радий Фәрит улы. – 8,5 меңдән ашыу МХО-ла ҡатнашыусы республикабыҙ клиникаларында лайыҡлы дауаланды. Уларҙың күбеһе уңышлы операцияларҙан һәм аяҡҡа баҫҡандан һуң яңынан сафҡа баҫа. Рәсәйҙең яңы төбәктәре халҡына медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн өс ирекмәндәр төркөмө һәм 27 күсмә бригада ойошторолған һәм ебәрелгән, уларҙың составына 570-тән ашыу белгес ингән. Тантана һуңында Радий Хәбиров алдынғы табиптарға юғары дәүләт наградалары тапшырҙы. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.