Башҡортостандың санитария-эпидемиологик хеҙмәте үткән аҙнала 676 талпанды тикшергән. Уларҙың һәр береһе балаға ҡаҙалған. Әйткәндәй, май башында был бөжәктәрҙең һәр бишенсеһе зыянлы булған. Июнь башында иһә талпан ҡаҙалған кешеләрҙең һаны 4,5 меңгә тиклем артҡан. Әммә шул уҡ ваҡытта был һан, былтырғы менән сағыштырғанда, 25 процентҡа кәмерәк, тип хәбәр итә “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте. “Һәр 20 – 30 минут һайын үҙегеҙҙе һәм бер-берегеҙҙе тикшереп тороғоҙ. Кейемгә йәки тәнгә эләккән талпан тиҙ генә ҡаҙала һалмай, шуға күрә уны зыян итеп өлгрмәҫ борон алып өлгөрөп була”, - тип кәңәш итә санитария инспекторҙары. Бәләкәй генә бөжәк ҙур бәлә килтермәһен өсөн һаҡлыҡ сараларын күрегеҙ, бигерәк тә балаларҙы тикшереп тороғоҙ. Тиккә генә һаҡланғанды Хоҙай ҙа һаҡлай, тимәйҙәр бит. Фото, сығанаҡ: “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы.