Республика кешеләре тәүлек эсендә алты миллион һумдан ашыу аҡсаһын мутлашыусыларға биргән. Уҙған көндә республиканың Эске эштәр министрлығында 29 мутлашыу осрағы теркәлгән. Рәсәй Эске эштәр министрлығы Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының 8-се полиция бүлегенә бер ҡатын мутлашыусыларҙың бер миллион һумдан ашыу аҡсаһын урлауы тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Уның һүҙҙәренсә, мессенджер аша бәйләнешкә ингәндәр һәм үҙҙәрен хоҡуҡ һаҡлау органдары, шулай уҡ Үҙәк банк хеҙмәткәрҙәре тип таныштырғандар. Уны “сит ил махсус хеҙмәттәрен финанслау тураһында” енәйәт эше ҡуҙғатылыуы менән ҡурҡыталар. Аҡсаны һаҡлап ҡалыу өсөн кредит алырға һәм уларҙы аферистар үҙҙәре күрһәткән икенсе банк иҫәбенә күсерергә кәрәк тиҙәр. Енәйәт яуаплылығынан ҡасып, шок хәлендәге ҡатын аҡсаны асыҡланмаған банк иҫәбенә күсерә. Ошондай уҡ ғариза менән полицияға Өфөнән тағы бер ир мөрәжәғәт иткән. Мутлашыусы мессенджер аша шылтыратҡан һәм үҙе менән сымһыҙ элемтә операторы тип таныштырған. Ул ҡорбанының шәхси мәғлүмәттәрен асыҡлау өсөн “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша сим-картаның ғәмәлдә булыу ваҡытын онлайн оҙайтырға тәҡдим итә. Һуңынан банктың ялған хеҙмәткәре шылтыратып, ғариза биреүсенең исеменә кредит алырға маташыуҙары хаҡында хәбәр иткән. Енәйәтсенең ҡулланмаһына ярашлы, Өфө кешеһенә мөмкин тиклем тиҙерәк кредит алырға һәм аҡсаны “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсерергә кәрәк булған. Ир тәҡдим ителгән барлыҡ эштәрҙе үтәгән һәм 800 мең һумдан ашыу аҡса юғалтҡан. Хөрмәтле граждандар! Уяу булығыҙ. Бындай мутлыҡ схемаларынан зыян күреүселәр һаны көндән-көн арта. Төрлө ҡушымталарҙан, айырыуса билдәһеҙ номерҙарҙан шылтыратыуҙарға яуап бирмәгеҙ. Мутлашыусыларҙың ялған номерҙар менән ҡуллана алыуын хәтерегеҙҙә тотоғоҙ. Шикле шылтыратыу килгән осраҡта, трубканы алмағыҙ, тип иҫкәртә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәте. Фото: "Башинформ".