Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидаттарҙан документтар ҡабул итеү тамамланды

Үҙәк һайлау комиссияһы Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидаттарҙан документтар ҡабул итеүҙе тамамланы Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙа ҡатнашыу өсөн партиялар тәҡдим иткән кандидаттарҙан документтар ҡабул итеүҙе тамамланы. Һайлаусылар 6-8 сентябрҙә тауыш бирә. Үҙәк һайлау комиссияһына түбәндәге кандидаттар документтар тапшырҙы: Радий Хәбиров — “Берҙәм Рәсәй” партияһы тарафынан тәҡдим ителде; Владимир Нагорный – “Ғәҙел Рәсәй – Патриоттар – Хәҡиҡәт өсөн” партияһы тарафынан; Иван Сухарев – ЛДПР партияһынан; Артур Шәйнуров – КПРФ партияһы тарафынан; Илшат Тимерйәнов — “Яңы кешеләр” партияһынан тәҡдим ителде. Фото: vk.com/clubbashkortostanizbirkom