Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

”Рәсәй – спорт державаһы”на ирекмәндәрҙе теркәү башланды

Сараға ирекле йәмәғәт берекмәләренең, муниципаль ирекмәндәр штабының һәм социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың 300 вәкиле йыйылды. – Башҡортостан илдә ирекмәнлек буйынса алдынғы урындарҙы биләй. Республикала рәсми рәүештә 130 меңдән ашыу ирекмән теркәлгән. Ирекмәндәр хәрәкәте – төрлө йәштәгеләр һәм милләттәр, әммә уларҙың барыһын да бер маҡсат берләштерә. Лагерҙағы көндәр яңы башланғыстарға уңышлы булыр, ә был урын республика ирекмәндәренең берләшеү һәм берҙәмлек символына әйләнер, тип ышанабыҙ, – тип билдәләне Азат Бадранов. Башҡортостандың Йәштәр эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вито Сабиров әйтеүенсә, лагерҙың һөҙөмтәһе киләсәктәге “Башҡортостан ирекмәндәре кодексы” өсөн әҙерләнгән идеялар һәм ирекле йүнәлештәрҙе үҫтереү буйынса стратегик ҡарарҙар буласаҡ. Республика ирекмәндәр лагерын асыу тантанаһы сиктәрендә Өфөлә үтәсәк XII халыҡ-ара ”Рәсәй – спорт державаһы” форумына ирекмәндәрҙе теркәү башланды. Шулай уҡ был сараға ошо һылтанма буйынса теркәлергә мөмкин. Фото: pravitelstvorb.ru