Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һәр кемдең фекере тыңланды

"Евразия иҡтисады союзы: ун йылға йомғаҡ һәм киләсәк" тигән халыҡ-ара эксперт брифингы "зум" ярҙамында үткәрелде. Сара Евразия союзы тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыуҙың юбилей датаһына арналды. Ул "Берлек-Единство" геосәйәси тикшеренеүҙәр үҙәге тарафынан ойошторолдо. Эксперт брифингында эксперттар, политологтар, иҡтисадсылар, шулай уҡ Евразия иҡтисады союзына ингән илдәрҙән ғалимдар ҡатнашты. Унда башлыса Евразия иҡтисады союзының тарихы һәм үҫеше тураһында һүҙ барҙы. "Берлек-Единство" геосәйәси күҙәтеүҙәр үҙәге эксперты Артур Сөләймәнов һөйләүенсә, ошо йүнәлештәге фекер алышыуҙар даими уҙғарылып торорға тейеш, ул киләсәккә маҡсаттар билдәләү өсөн ныҡ отошло. Ҡаҙағстандан Алибек Тажибаевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, тауарҙың үҙ-ара иркен әйләнеше иҡтисади хеҙмәттәшлекте нығыта. – Евразия иҡтисады союзына киңерәк ҡарарға кәрәк, – тине Новосибирск ҡалаһынан ғалим Денис Борисов. Фото: Илдар Аҡъюлов.