Найти в Дзене

Өфөлә тағы бер спорт комплексы төҙөлә

Өфөлә “Бал” спорт комплексын төҙөү дауам итә. Уны “Демография” милли проектының “Бизнес-спринт. Мин спортты һайлайым” федераль проекты сиктәрендә төҙөйҙәр. “Бизнес-спринт” тағы ла тарыраҡ махсуслашыу менән айырылып тора: күмәк спорт өсөн яңы инфраструктура булдырыу һәм иҫкеләрен реконструкциялау бюджет аҡсалары иҫәбенә генә түгел, шулай уҡ дәүләт-шәхси партнерлыҡ форматында инвесторҙар йәлеп итеү. Подряд ойошмаһы вәкиле әйтеүенсә, объекттың әҙерлеге 39 процент тәшкил итә. Бында дүрт баскетбол һәм дүрт волейбол майҙансығы урынлашасаҡ, шулай уҡ бадминтон һәм мини-футбол уйындары өсөн урындар ҡаралған. Бөгөн ер эштәре алып барыла. Төҙөүселәр нигеҙ һалыу, колонна ҡуйыу эштәрен тамамлаған һәм ҡыйыҡ ябыу эштәренә тотонған. Осрашыу барышында ҡала мэры подряд ойошмаһынан эштәрҙе башҡарыу ваҡытын күҙәтеүҙе һораны. – Хәтерегеҙгә төшөрәм, быйыл шулай уҡ Йәшел сауҡалыҡ һәм Сипайлово биҫтәһендә концессия буйынса ике спорт объекты төҙөлдө һәм сафҡа индерелде. Был – ҡаланың “Инвестиция сәғәт”тәрендә

Өфөлә “Бал” спорт комплексын төҙөү дауам итә. Уны “Демография” милли проектының “Бизнес-спринт. Мин спортты һайлайым” федераль проекты сиктәрендә төҙөйҙәр. “Бизнес-спринт” тағы ла тарыраҡ махсуслашыу менән айырылып тора: күмәк спорт өсөн яңы инфраструктура булдырыу һәм иҫкеләрен реконструкциялау бюджет аҡсалары иҫәбенә генә түгел, шулай уҡ дәүләт-шәхси партнерлыҡ форматында инвесторҙар йәлеп итеү. Подряд ойошмаһы вәкиле әйтеүенсә, объекттың әҙерлеге 39 процент тәшкил итә. Бында дүрт баскетбол һәм дүрт волейбол майҙансығы урынлашасаҡ, шулай уҡ бадминтон һәм мини-футбол уйындары өсөн урындар ҡаралған. Бөгөн ер эштәре алып барыла. Төҙөүселәр нигеҙ һалыу, колонна ҡуйыу эштәрен тамамлаған һәм ҡыйыҡ ябыу эштәренә тотонған. Осрашыу барышында ҡала мэры подряд ойошмаһынан эштәрҙе башҡарыу ваҡытын күҙәтеүҙе һораны. – Хәтерегеҙгә төшөрәм, быйыл шулай уҡ Йәшел сауҡалыҡ һәм Сипайлово биҫтәһендә концессия буйынса ике спорт объекты төҙөлдө һәм сафҡа индерелде. Был – ҡаланың “Инвестиция сәғәт”тәрендәге эшебеҙҙең һөҙөмтәһе. Өфөнөң спорт инфраструктураһын үҫтереү өсөн федераль һәм бюджеттан тыш аҡса йәлеп итеүҙе дауам итәсәкбеҙ, – тип билдәләне Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев. 2024 йылдың апрелендә Өфөлә Дыуан бульварында һәм Максим Рыльский урамында урынлашҡан ике “ФИЗРА-Д” һәм “ФИЗРА-Р” физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылды. Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.