Быйыл Башҡортостан Республикаһында “Стимул” программаһы буйынса туғыҙ юл һәм инженер инфраструктураһы объекты төҙөләсәк. “Стимул” “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына инә һәм торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүҙе дәртләндереү механизмдарының береһе булып тора. Программа төҙөүселәрҙең инфраструктура төҙөүгә сығымдарын кәметергә һәм торлаҡ төҙөү ваҡытын ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирә. – Объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыу 2024 йылда 1,1 миллион квадрат метрҙан ашыу яңы торлаҡты сафҡа индерергә мөмкинлек бирәсәк. Башҡортостан – “Стимул” программаһы сиктәрендә федераль сараларҙы йәлеп итеү буйынса алдынғылар рәтендә. Программаны ғәмәлгә ашырыу осоронда финанслау күләме 20 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә, шул иҫәптән федераль бюджеттан – 13 миллиард һум, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов. Яңы объекттар Өфөлә, Октябрьскийҙа, шулай уҡ Өфө районында барлыҡҡа киләсәк. Улар араһында – Өфөнөң Дим районындағы “Сағыу” биҫтәһендәге юл.
Өфөлә, Октябрьскийҙа, Өфө районында яңы объекттар барлыҡҡа киләсәк
21 июня 202421 июн 2024
1 мин