20 июндә Өфөлә үткән Уралдың һөт малы менән тоҡомсолоҡ эше буйынса 66-сы координация-методик советы ултырышын асып, Башҡортостан Республикаһында тоҡомло малсылыҡ әүҙем үҫешә, тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Бөгөн республикала 68 тоҡомсолоҡ ойошмаһы эшләй, уларҙың малсылыҡ өлкәһендә эшмәкәрлек алып барыуға 84 танытмаһы бар. – Бында дәүләт ярҙамы мөһим роль уйнай. Быйыл тоҡомсолоҡ эшенә булышлыҡ итеүҙең бөтә йүнәлештәре, федераль һәм республика программалары буйынса 390 миллион һум күләмендә саралар лимиты ҡаралған, – тине Илшат Фәзрахманов. Ул республиканың алдынғы аграр юғары уҡыу йорто – Башҡортостан дәүләт аграр университеты базаһында йылына 40 мең эмбрион ҡеүәтенә эйә булған ауыл хужалығы малдарының прогрессив технологиялары һәм генетикаһы үҙәге булдырылыуын билдәләп үтте. Үҙәк ҡорамалдары хайуандарҙы клонлаштырыу һәм ЭКО ярҙамында урындағы шарттарға яраҡлаштырылған юғары генетик ҡеүәте булған ю