Найти тему
Башҡортостан гәзите

Кампус экскурсияға саҡыра

2024 йылдың 22 июнендә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара капмусы "Һөнәри йүнәлеш" сараһын уҙғара, унда теләгән һәр кем Кампус резиденттары менән таныша ала. Республиканың өс төп университеты - Өфө фән һәм технологиялар университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты - кампуста фәнни лабораторияларҙа, эшлекле зоналарҙа һәм компетенциялар үҙәктәрендә үҙ эшмәкәрлеген алып бара. Бында тегелгән аҡыллы кейемде күрергә, нанотехнологиялар донъяһына сумырға, яман шештән дарыуҙарҙың нисек эшләнеүен һәм импланттар етештерелеүен белергә, модификацияланған сысҡандарҙы күрергә, роботтарға идара итергә һәм республиканың алдынғы йәш ғалимдары менән танышырға мөмкин. Сара 22 июндә 11:00-15:00 сәғәттәрҙә Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 32/2 адресы буйынса үтәсәк. Түбәндәге һылтанма буйынса теркәлгәндән һуң теләгән һәр кем экскурсияға бушлай йөрөй ала: https://forms.yandex.ru/u/6673f37e43f74f3448e7dcfa/ Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/24224/