Балалар каникулда булғанда белем биреү учреждениелары яңы уҡыу йылына әҙерләнә. Туймазы районы Собханғол - “Ағыртамаҡ урта дөйөм белем биреү мәктәбе” мәктәбе филиалының спорт залында капиталь ремонт тамамланды. Ул Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Һәр баланың уңышы” төбәк проекты сиктәрендә үткәрелде. Уҡытыу-тикшеренеү, ғилми-ғәмәли эшмәкәрлекте ойоштороу, физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн матди-техник базаны яңыртыуға аҡса федераль, республика һәм урындағы бюджеттарҙан бүленде. Спорт залы танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Ваҡыты менән туҙған, урыны менән ярылған стеналар һәм түбә йәнә матур төҫ алды – уларҙы ышҡып, буянылар. Иҙәндәге таҡта һәм лагалар тулыһынса алмаштырылған. Яңыртылған япмаға тамғалар һыҙғандар. Мәктәптә тәҙрәләр "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһы буйынса 2023 йылда уҡ алмаштырылған. – Яңыртылған спорт залы тағы ла күберәк уҡыусыларҙы спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеүгә бик яҡшы этәргес буласаҡ, - тип билдәләне мәктәп директоры Алмаз Нуретдинов. “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” төбәк проекты сиктәрендә 2022 йылда – Туймазы районының Татар-Олҡан ауылында спорт залы, 2023 йылда Бишҡурай ауылы мәктәбендә спорт залы ремонтланды. Фото: Туймазы районы хакимиәте.