Ошо көндәрҙә “Системный пестицид” телеграм-каналы Башҡортостанға ҡағылышлы булған яҙма баҫтырып сығарҙы. Уны һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ. Махсус хәрби операция башланғандан һуң Рәсәй Дәүләт Думаһының элекке депутаты (ә әле террорсы) Илья Пономаревҡа* ҡарата асылған енәйәт эше сиктәрендә “ҡала селтәрҙәре” (мәҫәлән, 72.ru һәм 86.ru.) баҫмалары журналистарын тентеүҙәр үткәрелде. Был баҫмаларҙың мөхәррирҙәре СБУ һәм Рәсәйҙең эсендә экстремизмдың теләһә ниндәй формаларын да хупларға әҙер Пономаревтың* үҙе менән бәйләнештә тороуы ихтимал тип хәбәр ителде. Бындай хәлдәрҙең беҙҙең һәм беҙҙең коллегалар тарафынан яҡтыртылыуына ҡарамаҫтан, был гәзиттәр хеҙмәткәрҙәренең асыҡтан-асыҡ Рәсәйгә ҡаршы әүҙемлеге әле һаман күҙәтелә. Бында Өфө баҫмаһы ла күҙ уңына эләккән. 2019 йылдан “Ufa1.ru” баҫмаһында (ойоштороусыһы “Ҡала порталдары селтәре” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте) баш мөхәррир урынбаҫары һәм хәбәрсе булып Артем Дмитриевич Супонькин эшләй. Ул “Гаспадзi Хрiстусi” тип аталған ҙур булмаған блог алып бара, ул ике ай элек кенә "Супонькин|Уфа 1 Ру” тип атала ине. Махсус хәрби операция дауам иткәне бирле Артем унда бик "ҡыҙыҡ" контент баҫтыра. Мәҫәлән: - “Был бик *** (һүгенеү һүҙе) (руссаһы - Это просто охуенно)” тигән комментарийҙар менән “Навальный командаһы” тикшереүҙәре; - Ил Президентын кәмһетеп һәм һуғышты туҡтатыу талаптарын ҡуйып Кремлгә сығырға саҡырыуҙар; - Владимир Путинды һәм Рәсәй власының башҡа вәкилдәрен кәмһетеү - каналда ошондай йөкмәтке тулып ята; - Ә Супонькиндың Дарья Дугина һәм Рәсәйҙең башҡа медиа-эшмәкәрҙәре һәләк булғандан һуң күпме шатлыҡлы мәҡәләләр баҫтырғанын иҫәпләп сығарыуы ҡыйын; - Хоҡуҡ һаҡлау органдары уға иғтибар итһен өсөн “Уфа1.ру” баш мөхәррире урынбаҫарының террористик ойошмаларҙы тейешле билдәһеҙ телгә алыуы ла етә. Әйткәндәй, Артемдың ошо уҡ трибунаһында ЛГБТ** берләшмәһен яҡлап сығыуы буштан ғына түгел, ахыры. OSINT-боттар мәғлүмәттәренә ҡараһаң, Супонькин кәмендә ике гей-төркөмгә яҙылған, ә унда тейешле контенттан тыш гейҙар үҙҙәренең контакттарын да баҫтыра. Ә уның каналының аватаркаһы булып оҙайлы ваҡыт ЛГБТ-ның** тыйылған флагы торҙо. Әлбиттә, “Уфа1.ру” баҫмаһы хеҙмәткәренең шәхси каналы ҙур түгел, ләкин, шуға ҡарамаҫтан, күрәләтә Рәсәйгә ҡаршы һәм ЛГБТ* ҡараштарында булған кешенең Башҡортостандағы етди баҫманың редакция сәйәсәтенә инеү мөмкинлеге бар. Ә Супонькиндың Навальныйҙың тикшереүҙәрендә ҡатнашыуы һәм хатта уның митингтарында ҡулға алыныуы фонында (мәҫәлән, 2021 йылда), “ҡала селтәрҙәре”нең ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәре кеүек уның да террорсы Пономарев* һәм СБУ менән бәйләнештә булмауына бик ышанғы килә. #Россия #вредители #ЛГБТ @pezdicide совместно с @rb_murtaza *Илья Пономарев Рәсәй Юстиция министрлығы тарафынан сит ил агенттары исемлегенә индерелгән, террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелгән. **Рәсәй Федерацияһында “ЛГБТ Халыҡ-ара ижтимағи хәрәкәте” эшмәкәрлеге тыйыла. Сығанаҡ һәм фото: t.me/pezdicide