Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Тағы чупакабра килгәнме?

Шаран районында шундай бер хәл теркәлгән. Инде ҙурайған бер нисә ҡаҙ һәләк булған. Хужабикә билдәләүенсә, билдәһеҙ йәнлек ҡоштарҙың ҡанын һурған, көрәш эҙҙәре юҡ, шау-шыуға эттәр яуап бирмәгән. Урындағы урмансы ла бындай күренешкә иғтибар иткән. Күп йылдар дауамында Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән йәнлектәрҙең сәйер үлеүе тураһында хәбәрҙәр килә. Малдың ҡанһыҙландырылыуы арҡаһында улар "чупакабра" килгәндер тигән фекер йөрөтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был Башҡортостанда теркәлгән тәүге осраҡ түгел. Сәйер шарттарҙа ҡош-ҡорт күпләп ҡырыла, әммә ниндәй йәнлек уларға тейә иткәнлеген ҙаман аныҡ ҡына асыҡлаусылар юҡ. Шарандағы хәл дә һаман булһа билдәһеҙ ҡала килә. Фото һәм сығанаҡ: Инцидент Башкортостан төркөмө.