Сибай медицина колледжында күңелһеҙ хәл теркәлгән. 19 йәшлек студент практика ваҡытында төркөмдәш ҡыҙҙы туҡмаған. Был хәл видеоға төшөрөлгән. Кадрҙа күренеүенсә, ятаҡханала егет ҡыҙға үлтереү менән янай, һуңынан уны бер нисә тапҡыр йоҙроғо менән һуға. Низағ йәш егеттең төшкө аш тәнәфесен оҙайтырға теләүе һәм төркөмдәштәренән уны йәшереүҙәрен талап итеүе арҡаһында башланған, тип фаразлана. Ҡыҙҙарҙың береһе ризалашмаған. Уны "батыр егет" кәмһетергә тотонған, һуңынан йоҙроҡтарын "эшкә ҡушҡан". 19 йәшлек зыян күреүсе ҡыҙ полицияға мөрәжәғәт иткән, уны туҡмаған студентты ҡулға алғандар. «Сибай ҡалаһы буйынса полиция бүлегенә 19 йәшлек ҡыҙҙан ҡаланың уҡыу йорттарының береһендә 19 йәшлек танышының уны туҡмауы тураһында ғариза килгән. Ваҡиға урынына саҡырылған полиция хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүсене ҡулға алған. Йәш кеше ҡылған эшен таныған. Әлеге осраҡ буйынса тикшереү бара. Зыян күреүсегә суд-медицина экспертизаһына йүнәлтмә бирелгән, уның һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителергә тейеш», - тип хәбәр иткәндәр «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Киләсәктә кешеләрҙең сәләмәтлеге һағында торасаҡ студенттың был аҙымы бер ниндәй аҡлауҙарға ла торошло түгел. Унан ниндәй аҡ халатлы, пак күңелле медицина хеҙмәткәре сығыр икән?! Хәлде тикшергән ваҡытта ошо хаҡта ла уйланһындар ине. Фото: видеонан скриншот