– Бөгөн Рәсәй граждандарының күпселеге Ватан мәнфәғәтенә хеҙмәт итергә һәм уны яҡлауҙа төрлө бурыстарҙы үтәргә әҙер патриоттар булыуында бер кемдә лә шик юҡ. Был махсус хәрби операция шарттарында сағылыш тапты, беҙҙең яугирҙәр ҡулдарына ҡорал тотоп Ватанды һаҡлай, милли мәнфәғәттәрҙе яҡлай, – тине Юрий Воробьев. – Хәрби-патриотик тәрбиә, бигерәк тә йәштәрҙе ҡурсалау дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора. Илдең һәр төбәгендә патриотик тәрбиә буйынса лайыҡлы өлгөләр күп, һәм беҙҙең Совет был бай тәжрибәне өйрәнеү һәм патриотик эште йөкмәткеле тулыландырыу буйынса абруйлы майҙансыҡ булырға тейеш. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сығышында хәҙерге хәл йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү менән шөғөлләнергә уникаль мөмкинлек бирә, тип билдәләне. – Бер яҡтан – бындай тәрбиәгә ихтыяж ҙур, икенсе яҡтан – был эште профессиональ кимәлдә ҡуйыу, уны тейешле кимәлгә күтәреү өсөн уникаль мөмкинлек, – тине Радий Хәбиров. – Сөнки йәштәр ата-әсәләренең, күршеләренең,