Әҙер аҙыҡ ҡулланғандан һуң ботулизм менән зарарланған ауырыуҙарҙың Мәскәүҙә генә түгел, илдең башҡа төбәктәрендә лә таралыуы билдәле булды. Исемлектә – Мәскәү өлкәһе, Ҡазан, Нижегород өлкәһе... Ағыуланыусылар 200-гә етеп килә һәм был һандың тағы артыуы ихтимал. Ботулизмға юлыҡҡандарҙың күбеһе Мәскәүҙә асыҡланған. Был сир ни өсөн хәүефле? Уға ниндәй билдәләр хас? “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы белгестәренә ошо һорау менән мөрәжәғәт иттек. Беҙҙең республикала халыҡтың күмәкләп ботулизм менән ағыуланған осраҡтары күҙәтелгәнме? – Ботулизм – бик ауыр аҙыҡ токсикозы, аҙыҡ-түлеккә ботулотоксин эләккәндә башланыуы ихтимал. Ә уны орлоҡ күҙәнәктәре (споралар) етештереүсе Cl.botulinum таяҡсаһы барлыҡҡа килтерә. Бактерия споралары тирә-яҡ мөхиттә ныҡ таралған, түбән һәм юғары температураларға, химик факторҙарға һәм кибеүгә бик сыҙамлы. Биш-алты сәғәт ҡайнатҡандан һуң да үлмәйҙәр. Тоҙҙоң юғары концентрацияһы, шәкәрҙең күплеге һәм әселектең түбәнлеге спораларҙың шытыуын тотҡарл