Баймаҡ районының Талҡаҫ күлендә "Журналистика оҫтаханаһы" Көньяҡ-көнсығыш район-ара ижади берекмәһе журналистарының семинары үҙ эшен башланы. Унда Баймаҡ, Сибай, Учалы гәзиттәре редакциялары, Әбйәлил, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла райондары журналистары, "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто, Башҡортостандың Журналистар союзы, Баймаҡ районы хакимиәте вәкилдәре ҡатнаша. Тәбрикләү телмәре менән йыйылыусыларға муниципалитет башлығы Фәнис Әминев мөрәжәғәт итте, ул сарала ҡатнашыусыларҙы социаль-иҡтисади хәл, урындағы киң мәғлүмәт сараларының эше менән таныштырҙы. - Һеҙҙең һөнәрегеҙҙең үҙенсәлеге - ул һәр саҡ яңы һөнәри саҡырыуҙарға әҙер булыу, даими үҫешергә ынтылыу. Һеҙ үҙ хеҙмәтегеҙ менән йәмәғәтселек фекерен тыуҙыраһығыҙ, властың йәмәғәтселек һәм халыҡ менән аралашыуы өсөн нигеҙ булдыраһығыҙ, - тине ул. Баҫма киң мәғлүмәт сараларының киләсәге хаҡында баҫма матбуғатты таратыу бүлеге етәксеһе Айнар Байбулатов һөйләне. Хәҙерге йәмғиәттә уҡыуға йүнәлеш булдырырға кәрәк, тип билдә