“Рәсәй” ҡаҙаныштар күргәҙмәһе дирекцияһы" ойошмаһының халыҡ-ара хеҙмәттәшлек, мәҙәниәт һәм мәғариф идаралығы етәксеһе Олеся Малеванна менән осраштым. Ул Башҡортостан стенды янында һәр ваҡыт халыҡтың күп булыуын билдәләне, һәм беҙҙең майҙансыҡҡа бындай иғтибар – республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса төбәк командаһы алып барған ҙур эш һөҙөмтәһе, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шуны билдәләп үтәм, беҙҙең “космолет" янына көн һайын 50 мең самаһы кеше килә. Башҡортостандың планета-ара карап рәүешендәге стенды үҙенсәлекле эшләнгән. Беҙ бөтә сараларҙа ла республика майҙансығын сағыу һәм таныулы итергә тырышабыҙ һәм бөтә күренгән өлөштәренә тәрән мәғәнә һалабыҙ. Бының сираттағы миҫалы - 2024 йылдағы ПМЭФ-та республикабыҙ стенды. «Рәсәй» күргәҙмә-форумы 8 июлдә тамамлана. Тәүге һығымтанан, был беҙҙең өсөн ыңғай һәм перспективалы тәжрибә булды, тип әйтә алам. Форум дирекцияһы менән хеҙмәттәшлекте дауам итәсәкбеҙ – күләмле саралар үткәреүҙә көстәрҙе берләштерергә әҙербеҙ. Коллегалар берлектәге күләмле мәҙәни проект-күргәҙмә ойошторорға тәҡдим итте, ул төбәктең үҙенсәлеген күрһәтергә, билдәле кешеләр тураһында һөйләргә мөмкинлек бирәсәк. Әйткәндәй, хәҙер форум сайтында төбәктәр араһында иң яҡшы стенд өсөн тауыш биреү бара. 30 июнгә тиклем тауыш бирергә мөмкин https://russia.ru/ . Әйҙәгеҙ, бергәләп республикаға ярҙам итәйек!)” тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. Фото һәм сығанаҡ: https://vk.com/wall555400080_11880