16 июндә Сочиҙа “Ривьера” пляжында йәш ҡыҙҙы көслө тулҡын алып китә. Baza телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, Липецк өлкәһенән ял итергә килгән Диана исемле ҡыҙ Андрей һәм Денис тигән дуҫтары менән пляжға барырға була. Тап шул ваҡытта диңгеҙҙә көслө шторм башлана, егеттәрҙең береһе ҡыҙға һыуға яҡын бармаҫҡа ҡуша, әммә Диана уларҙы тыңламай. “Мине тулҡын алып китмәйәсәк, бер минуттан кире сығам” ти ҙә диңгеҙгә табан атлай. Денис Диананы туҡтатырға тырыша, әммә бер нисә секундтан көслө тулҡын уларҙы аяҡтан йыға һәм ҡыҙҙы алып та китә. Ҡыҙҙың дуҫтары шунда уҡ ҡотҡарыу будкаһына ярҙам һорап йүгерә, әммә ундағы ир йөҙә белмәүен хәбәр итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пляжда кешене батырмай һаҡлап алып ҡала торған түңәрәктәр ҙә булмай. Ҡот осҡос хәлде күҙәтеүселәр ҙә ҡыҙ артынан йөҙөргә тәүәккәлек итмәй... Шулай итеп, күҙ менән ҡаш араһында ҡыҙ юҡҡа сыға. Ҡотҡарыусылар килеп еткәндә, Диана бөтөнләй күҙҙән юғалған була. Әлегә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ҡыҙҙы эҙләй. Фото һәм видео асыҡ сығанаҡтарҙан.
Үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр диңгеҙгә барған да... юғалған
20 июня 202420 июн 2024
~1 мин