Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Алексей Локотченко махсус хәрби операция ваҡытында яраланып, госпиталдә дауаланды. Ошо көндәрҙә ул яңынан сафҡа баҫҡан. Был хаҡта Республика парламенты Рәйесе Константин Толкачев һөйләне. – Һуғышта Украина артиллерияһы утҡа тотҡан саҡта күп һанлы ярсыҡтарҙан яраланған депутатыбыҙ Алексей Локотченко һауығып, госпиталдән сыҡты. Ул “Пятнашка” интернациональ бригадаһы сафына ҡайтып, хәрби бурыстарҙы үтәй башлаған, – тине Константин Толкачев. – Яраланғандан һуң дауаланыу тамамланды. Булған хәлдән һуң мине оператив рәүештә госпиталгә алып барған эвакуация төркөмөнә, унда миңә операция яһаған, медицина ярҙамы күрһәткән табиптарға ярҙам ҙур рәхмәт. Ярсыҡтарҙың күпселеген алып ташланылар, ҡалғандарын минең менән бөтәһен дә берләштергән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың бурыс тойғоһон иҫкәртеү булып мәңгегә ҡаласаҡ. Артабан реабилитация Луганск госпиталендә үтте, сафҡа ҡайттым, бында егеттәр менән артабан хәрби бурыстарҙы үтәүҙ
Ярсыҡтарҙың күбеһен алып ташланылар, ҡалғандары - тәнемдә...
20 июня 202420 июн 2024
1 мин