Быйыл, Бөйөк Ватан һуғышы башланыр көнө алдынан, Рәсәйҙең бөтә ҡалаларында, шул иҫәптән Өфөлә лә хәтер шәмдәре тоҡандырыла. Акцияны ойошторусы – Башҡортостан рустары соборы. Сәскә һалыу һәм шәмдәр тоҡандырыу тантанаһы Александр Матросов һәйкәле янында үтәсәк. Төрлө быуын вәкилдәре, шул иҫәптән абруйлы ҡунаҡтар, үҙҙәренең ҡаһарман ата-бабаларын, бөйөк Еңеүҙе яҡынайтҡан һәр бер кешенең батырлығын иҫкә аласаҡ. Ойоштороусылар һуғыш йылдары тураһындағы шиғырҙар һәм йырҙар ингән ҙур булмаған концерт программаһын планлаштыра. Сара 21 июндә 11:00 сәғәттә Ленин исемендәге паркта Александр Матросов һәйкәле янында үтәсәк. Фото: soborrusbash.ru