Донъяла һаулыҡтан да ҡәҙерлерәк, зиннәтлерәк хазина юҡ. Шуға күрә халыҡ сәләмәтлеге һағында торған медицина хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәте маҡтау-хөрмәткә лайыҡ. Республикабыҙҙың төп матбуғат баҫмаларының береһе булған “Башҡортостан” ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни гәзите биттәрендә лә был тармаҡ хеҙмәткәрҙәре – табиптар, фельдшерҙар, шәфҡәт туташтары һәм башҡалар тураһында мәҡәләләр, әңгәмәләр, төрлө баҫмалар даими донъя күрә, гәзитебеҙҙең социаль селтәрҙәге төркөмдәрендә лә медицина тураһында яҙмалар сыға. Бөгөн иһә Өфөләге Профсоюздар йортонда Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сара булды. Унда “Башҡортостан” гәзите редакцияһының эшмәкәрлеге Рәсәй һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең Башҡортостан буйынса профсоюзы республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы булышлығында һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре эшмәкәрлеген яҡтыртыу өсөн киң мәғлүмәт саралары араһында үткәргән конкурста лауреат дипломына лайыҡ булды. Гәзит хеҙмәткәре, социаль өлкә бүлеге мөдире Айһылыу Низамова “Медицина һәм Профсоюз”