Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Бәхил бул, уҡытыусы!

Ауыр хәбәр: бөгөн Өфөлә Рәсәй Федерацияһының халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина 83-сө йәшендә арабыҙҙан китте. Лиза Киям ҡыҙының бер нисә почетлы исеме бар: Башҡортостан Республиканың халыҡ уҡытыусыһы (2008), Рәсәй Федерацияһының (2004) һәм Башҡортостан Республиканың (1996) атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2004). Бөрө педагогия институтын тамамлағандан һуң Салауат районы Малаяҙ урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Төрлө йылдарҙа Нижегородка урта мәктәбе директоры урынбаҫары, Өфө ҡалаһының 27-се урта мәктәбендә мәғариф бүлегенең методик кабинеты мөдире, уҡытыусы вазифаларын башҡара. 1996 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡансы Өфөнөң 42-се лицейында химия уҡытыусыһы була. 2016 йылда Владимир Путин үҙенең указы менән уға “Рәсәй Федерацияһының халыҡ уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исем бирҙе. Республика башлығы Радий Хәбиров Башҡортостанда берҙән-бер халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллинаның вафат булыуына бәйле ҡайғы уртаҡлашыу белдерҙе. Төбәк етәксеһе билдәләүенс

Ауыр хәбәр: бөгөн Өфөлә Рәсәй Федерацияһының халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина 83-сө йәшендә арабыҙҙан китте. Лиза Киям ҡыҙының бер нисә почетлы исеме бар: Башҡортостан Республиканың халыҡ уҡытыусыһы (2008), Рәсәй Федерацияһының (2004) һәм Башҡортостан Республиканың (1996) атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2004). Бөрө педагогия институтын тамамлағандан һуң Салауат районы Малаяҙ урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Төрлө йылдарҙа Нижегородка урта мәктәбе директоры урынбаҫары, Өфө ҡалаһының 27-се урта мәктәбендә мәғариф бүлегенең методик кабинеты мөдире, уҡытыусы вазифаларын башҡара. 1996 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡансы Өфөнөң 42-се лицейында химия уҡытыусыһы була. 2016 йылда Владимир Путин үҙенең указы менән уға “Рәсәй Федерацияһының халыҡ уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исем бирҙе. Республика башлығы Радий Хәбиров Башҡортостанда берҙән-бер халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллинаның вафат булыуына бәйле ҡайғы уртаҡлашыу белдерҙе. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, был мәғариф системаһы өсөн ҙур юғалтыу. “Был – мәғарифыбыҙ өсөн бик ҙур юғалтыу. Ул беҙҙең иң билдәле химия уҡытыусыһы булғандыр, моғайын, бөтә ғүмерен ошо эшкә арнаны. Уның уҡыусылары араһында – йөҙҙән ашыу Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүселәре һәм призерҙары, бөгөн дә уның методикаһы буйынса эшләгән бер нисә быуын уҡытыусылар. Уның туғандары һәм яҡындарының, уҡыусыларының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Уҡытыусыға мәңгелек хәте “, - тип яҙҙы Радий Хәбиров үҙенең телеграмма-каналында. Фото: Р. Хәбировтың телеграм-каналы.