Сибай ҡалаһының Рамазан Өмөтбаев исемендәге лицей уҡыусыһы Фәнис Һөйөндөковтың математика фәненән БДИ һөҙөмтәләре буйынса 100 балл йыйыуы тураһында алдан хәбәр иткәйнек. Һөйөндөковтың йәнә бер һөйөнөслө яңылығы бар! Егет физиканан да 100 балл йыйыуға ирешкән. Шулай итеп Сибай ҡалаһы тарихында тәүге тапҡыр Фәнис Һөйөндөков ике фәндән 100 балл йыйған иң беренсе уҡыусыларҙың береһе. Бынан алдараҡ егет М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында физика буйынса олимпиадала еңеү яулап, унда ла 100 балл йыйғайны. Фәнис Һөйөндөков яҡшы уҡыу ғына түгел, әүҙем тормош алып бара, ул - өҫтәл теннисы буйынса спорт мастерлығына кандидат. "Ниһайәт, ял итеп, башҡа эштәргә күсергә мөмкин, - ти Фәнис, - Йәй көнө водитель таныҡлығы алып, туғандарым менән тәбиғәттә ял итеп ҡалырға теләйем, әле ғаиләбеҙ менән Талҡаҫ күленә юлланабыҙ. Ә бер аҙҙан үҙ аллы студент тормошона әҙерләнә башлаясаҡмын. Мәскәү физика-техник институтына уҡырға инергә ниәтләйем", - ти ул. Әйткәндәй, Фәнис Һөйөндөков ишле ғаиләлә тыуып - үҫкән. Атаһы, Илгиз Варис улы Һөйөндөков - Сибай институтының тәбиғи һәм математика факультеты деканы, биология фәндәре докторы. Бына ҡайҙан килә ул Фәнистә теүәл фәндәргә ҡарата һөйөү. Ни тиһәң дә алма ағасынан алыҫ төшмәй шул... Афарин, Фәнис! Хыялдарың тормошҡа ашһын, артабан да уңыштар юлдаш булһын! Фото: асыҡ сығанаҡтан