Кисә Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылында ҡот осҡос янғын сыға. Биш фатирлы торлаҡ йорт яна, һөҙөмтәлә өс ғаилә өйһөҙ тороп ҡала. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүҙәренсә, ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр һәм ирекмәндәр килеп еткәндә йорттоң ҡыйығы янған була. "Ҡыҙыл әтәс"те ауыҙлыҡларға 23 янғын һүндереүсе һәм 7 берәмек техника йәлеп ителә. Янғын 450 квадрат метр майҙанда һүндерелә. Зыян күреүселәр юҡ. Биш фатирҙың өсөһөндә 10 кеше, шул иҫәптән 5 бала йәшәгән. Район хакимиәте янғындан зыян күреүселәргә ярҙам итеү мәсьәләһен хәл итә. Әлегә улар туғандарында урынлаштырылған. Әле ваҡиға урынында тикшереүселәр эшләй, янғын сәбәптәре асыҡлана. Шулай уҡ янғындың йәшендән сығыуы бар тигән версия ла инҡар ителмәй. Кисә шулай уҡ Ишембай районының Кинйәбулат ауылында һарайға йәшен атҡан. Утты һүндереүҙә янғын һүндереүселәр, ауылдаштар ярҙам иткән. Быйылғы йәй үҙенең йәшенле ямғырҙары менән ҡурҡытыуын дауам итә, күп район һәм ҡалаларҙа йәшендән зыян күреүселәр һаны арта, шулай уҡ көслө ҡойондары ла халыҡҡа әллә күпме ауырлыҡтар алып килә. Аптырарлыҡ быйылғы йәйгә... Фото: МЧС