20 июндә төндә Ауырғазы районының Яңы Федоровка ауылында шәхси йортта сыҡҡан янғында бер ир һәләк булған. “Мин көслө шатырлауға уяндым, өйҙә төтөн ине, ул тиҙ генә бөтә бүлмәләргә тулды. Тын алыу ауырлашты. Иремде уятҡандан һуң, тәҙрәне асып, тышҡа сыҡтым. Иремде саҡырҙым, әммә, күрәһең, ул аш бүлмәһендәге янғынды һүндерергә маташты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул өйҙән сыҡманы”, — тип һөйләгән йорт хужабикәһе. Янғын һүндереүселәр барып еткәнсе ут йортто ялмап алған була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һүндереү барышында өйҙөң уртаһында 51 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһенең фаразы буйынса, янғын электр үткәргесендәге етешһеҙлек арҡаһында килеп сығыуы ихтимал. Иғтибар: электр ҡорамалдарын ҡабыҙғас, ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ; приборҙарҙы көс йыйғас, уны селтәрҙән алығыҙ; көнкүреш техникаһын төндә һәм өйҙән сыҡҡанда һүндереп сығығыҙ. Фото: https://t.me/mchsrb01/8169