Мәләүез районының Корнеевка ауылында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Программаның маҡсаты – халыҡҡа медицина ярҙамын яҡынайтыу. Корнеевка халҡынан тыш, яңы медицина пункты Покровка һәм Ромадановка ауылдары кешеләрен хеҙмәтләндерәсәк. Бөтәһе 400 кеше. ФАП бөтә заманса стандарттарға һәм санитар талаптарға яуап бирә. Бинала электр уты, ҡайнар һәм һалҡын һыу үткәрелгән. Процедура, фельдшер кабинеттары, дарыуҙар һаҡлау өсөн бүлмә булдырылған. - Беҙ түҙемһеҙлек менән яңы медицина пунктының асылыуын көттөк. Яңы эш урынында эш башлауыма шатмын, – тине фельдшер Екатерина Кривобокова. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальн