Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәктәп уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабы призерҙары һәм ҡатнашыусылары, шулай уҡ дөйөм белем предметтары буйынса йыйылма командалар тренерҙары менән осрашты. Радий Хәбиров быйыл Башҡортостанда мәктәп уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олмипиадаһында ҡатнашыусылар һаны буйынса рекорд ҡуйылыуын – 52 кеше ҡатнашыуын билдәләне. Был биш элек булғандағынан ике тапҡырға тиерлек күберәк. “Был, әлбиттә, ысын ғорурлыҡ тойғоһо уята. Һеҙҙең өсөн, беҙҙең уҡыусылар өсөн, йәштәр өсөн, дөйөм алғанда, бөтә республика өсөн ғорурланабыҙ”, – тине төбәк етәксеһе. – “Беҙҙең өсөн был бик мөһим, сөнки олимпиадаларҙа еңгәндәр һәм БДИ йомғаҡтары буйынса йөҙ балл йыйғандар үҙенә күрә лакмус ҡағыҙы кеүек – беҙ мәғариф өлкәһендә дөрөҫ эш итәбеҙме икәнлеген күрһәтә. 2020 йылдан алып олимпиадаларҙа еңгәндәр һәм призерҙар һаны арта барыуы бөтәһен дә дөрөҫ эшләүебеҙ һәм ышаныслы алға барыуыбыҙ тураһында һөйләй”. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.