Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Беҙҙең күңел йылыһын тойһондар”

Бөгөн бөтә Рәсәй буйынса ирекмәндәр һалдаттарыбыҙға ярҙам йөҙөнән маскировкалау селтәрҙәре үреү менән мәшғүл. Был бик мөһим эш. Балаҡатай районының Яныбай ауылы халҡы ла ҙур әүҙемлек менән селтәрҙәр үреүҙә, гуманитар ярҙам туплауҙа ҡатнаша. “Сәләмәт күңел биҙәктәре” тип аталған клуб ағзалары әле йәшел төҫтәге селтәрҙәр үрә, “13 көндә биш селтәр үрҙек тә инде”, ти улар. Ҡатын-ҡыҙҙар үҙ ҡулдарының йылыһын яугирҙәрҙең тойоуын теләй, сөнки һәр селтәр иң яҡшы теләктәр теләй-теләй, доғалар уҡыла-уҡыла үрелә. Ирекмәндәр селтәр үргәндә үҙ-ара аралашып ҡына ҡалмай, махсус хәрби операция тураһында мәғлүмәттәр ала, камуфляж панноһын үреү техникаһына өйрәнә һәм башҡаларға ла өйрәтә. Яңыраҡ 9-сы класс балаларына оҫталыҡ дәрестәре үткәргәндәр. Эш ҡатмарлы түгел, әммә мәшәҡәтле. Һәр селтәр яугирҙәргә иң яҡшы теләктәр менән үрелә, ауылдаштар егеттәрҙең еңеү менән тиҙерәк ҡайтыуҙарын көтә. Фото: https://vk.com/gazetanovobelokatai