Стәрлетамаҡта “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Карл Маркс урамын ремонтлау эштәре дауам итә. Подрядсы ойошма Карл Маркс урамындағы 70-се йорттан Богдан Хмельницкий урамына тиклемге 0,15 километр оҙонлоҡтағы юл ҡатламын тигеҙләү эштәрен тамамлаған да инде. Шунан һуң юлсылар асфальт-бетон япмаһын яңыртыуға күсә һәм юлға тамғалар һыҙа. Карл Маркс урамы ҡаланың тарихи өлөшөндә урынлашҡан һәм уҡыусылар белем алған Балалар экология үҙәгенә алып бара. Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова һөйләүенсә, юлдың ошо участкаһын 2024 йылдың июль аҙағына тиклем ремонтлау күҙаллана. Эштәрҙе башҡарыуға 2,7 миллион һум йүнәлтеләсәк. Быйыл “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Стәрлетамаҡта дөйөм алғанда 7 километр оҙонлоҡта йәмғеһе 12 юлды ремонтлау планлаштырыла. Әйткәндәй, Урау һәм Комаров урамдарын ремонтлау тамамланды ла инде. Эштәр графиктан алдараҡ башҡарылды. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "