Хөрмәтле дуҫтар! 24 июндә 14.00 сәғәттә “Башҡортостан” гәзите “Бәйләнештә” төркөмөндәге сәхифәһендә (vk.com›gazetabashkortostan) Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы БАЙҒУСҠАРОВ ҡатнашлығында "тура бәйләнеш" ойоштора. Унда һеҙ депутатҡа экология, киҫкә (валежник), суррогат спиртлы эсемлектәр, алимент кеүек мәсьәләләргә ҡағылышлы үҙегеҙҙе борсоған һорауҙарығыҙҙы бирә алаһығыҙ. Бының өсөн тура бәйләнеш ваҡытында “Башҡортостан” гәзитенә 8 (347) 272-05-43 телефонына шылтыратырға кәрәк, шулай уҡ алдан гәзиттең "Бәйләнештә" төркөмөнә һорауҙарығыҙҙы яҙып ебәрә алаһығыҙ. Фото: Зариф Байғусҡаровтың шәхси альбомынан.