"Мәғариф" милли проектының "Рәсәй Федерацияһы граждандарын патротик тәрбиәләү" төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Ағиҙел ҡалаһында балаларҙың көндөҙгө булыу лагерҙарында Рәсәй көнөн байрам итеү хөрмәтенә саралар ойошторолдо. Йола буйынса, көн тантаналы линейканан һәм Дәүләт флагын күтәреүҙән башланды. Вожатыйҙар балаларҙы байрам тарихы менән таныштырҙы. Балалар Рәсәйҙең дәүләт символдары: герб, флаг һәм гимн тураһында бик күп яңы һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алды. “Минең Ватаным – Рәсәй” интеллектуаль викторинаһында ихлас ҡатнашты, Тыуған илебеҙ тураһында шиғырҙар уҡыны, “Боронғо Рәсәйҙән алып беҙҙең көндәргә тиклем рус мәҙәниәтенең ҡыҫҡа тарихы” фильмын ҡараны. Артабан “Минең Рәсәйем – Бөйөк ил” музыкаль сәғәте үтте, унда балалар дәртләнеп йырланы. Һоҡланғыс көн “Минең Ватаным – Рәсәй!” һүрәттәр конкурсы һәм Рәсәй флагы төҫтәрендә сағыу флэшмоб менән тамамланды. Һәр бала бик күп хис-тойғолар һәм тәьҫораттар алды. Байрамда ҡатнашыусылар Рәсәй көнө - закон һәм ғәҙеллек нигеҙендә бар кешеләрҙең дә азатлыҡ, тыныслыҡ һәм изгелек байрамы булыуына тағы бер тапҡыр инанды. Был байрам – милли берҙәмлек һәм Ватаныбыҙҙың хәҙергеһе һәм киләсәге өсөн дөйөм яуаплылыҡ символы. Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте.