Мәтрүшкә (ҡара мәтрүшкә, мәтрүш; рус. душица обыкновенная, лат. Origanum vulgare) — һаңғырау кесерткән һымаҡтар күп йыллыҡ үлән үҫемлек, бейеклеге 30-80 см, июль-сентябрь айҙарында алһыу аҡ сәскә ата, август-сентәбрҙә -емеше өлгөрә. Мәтрүшкә ҡорораҡ ерҙә, урман ситендә, тау биттәрендә, йылға ярҙарында үҫә. Башҡортостанда киң таралған. Элек-электән уны дарыу өсөн дә, сәй итеп тә файҙаланғандар. Ҡышҡылыҡҡа һаҡлар өсөн 20-30 сантиметр оҙонлоҡта ҡырҡып алып, өй ҡыйығында йәки яҡшы еләтелгән бинала киптерәләр. Бәйләме менән һаҡлағанда — бер йыл, ваҡлап, ныҡ ябылған үтә күренмәҫ һауытта тотһаң, өс йылға тиклем яраҡлы була. Мәтрүшкәнең файҙаһы ифрат ҙур. Уны ҡан баҫымы юғары булғанда, атеросклероздан, һалҡын тейгәндә һәм башҡа осраҡтарҙа ҡулланалар. Хуш еҫле үҫемлекте баш ауыртҡанда эсәләр һәм йоҡоһоҙлоҡтан яфаланғанда ла файҙаланалар, төнәтмәһе менән баш йыуалар. Теш һыҙлағанда мәтрүшкәне сәйнәйҙәр. Тик түбән ҡан баҫымынан яфаланған кешеләргә, ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарға был үлән менән бик һаҡ булырға кәрәк. Шулай мәтрүшкәне ҡайын миндегенә ҡушып бәйләйҙәр, ҡыш көнө был миндек менән сабынһаң, хуш еҫтәре таралыр, йәмле йәй көндәре иҫегеҙгә төшөр. Автор фотоһы