Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Ахрызаман килде тип уйланым"

17 июндә Башҡортостандың бер нисә районында көслө ел арҡаһында кәмендә ике социаль объекттың зыян күреүе хаҡында билдәле булғайны. Бөгөн иһә Йылайыр районының Матрай ауылында ла көслө дауыл үтеүе тураһында хәбәр килде. Һөҙөмтәлә ауыл мәҙәниәт йортоноң ҡыйығын алып ташлаған. Шаһиттар һөйләүенсә, йәшенле ямғыр менән ҡапыл көслө дауыл сыҡҡан. Ҡайһы бер шәхси йорттар ҙа зыян күргән, йорт, кәртә ҡыйыҡтарын, ҡоймаларҙы емергән. - Тирә-яҡ ҡапыл ҡараңғы булып, көслө ел сыҡты. Ахрызаман килде тип уйланым, - тип һөйләне зыян күреүселәрҙең береһе. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе, дауылдар һәм боҙ-борсаҡ яуыуы хаҡында хәбәр ебәреп тора. Иғтибарлы булығыҙ!