Найти тему
Башҡортостан гәзите

Архитекторҙарыбыҙ алтын дипломға лайыҡ булды

Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәге һәм Тура хан мавзолейына йәйәүлеләр һуҡмағы проекты «Тарихи-мәҙәни туризм өлкәһендә иң яҡшы инновация проекты» тип танылды. Архитекторҙарыбыҙ Бөтә Рәсәй «Архитектура мираҫы» фестиваленең алтын дипломына лайыҡ булды. Рәсәй Архитекторҙар союзы ойошторған конкурс быйыл Төмәндә үтте. Быйылғы конкурс, ойоштороусылар билдәләүенсә, ҡатнашыусылар һәм жюри һаны буйынса иң күләмлеһе булған. Конкурста тәҡдим ителгән проекттарҙы 150-нән ашыу Рәсәй һәм сит ил эксперттары баһалаған. Башҡортостан командаһы мәҙәни мираҫты һаҡлау темаһына инновацион ҡарашы менән айырылып торҙо. Хәҙергене һәм боронғолоҡто берләштергән урта быуат мавзолейын һаҡлау һәм үҫтереү проекты һөҙөмтәлә республикабыҙға «алтын» килтерҙе лә инде. Әйткәндәй, был конкурста «Архтамға» эксперт-проект бюроһының берҙән-бер наградаһы түгел. Йәштәр Белорет ҡалаһының мәҙәниәт һарайын реконструкциялау проекты өсөн Рәсәй Архитекторҙар союзы дипломына лайыҡ булды. “Әлегә беҙ Шишмә районында Евразия күсмә цивилизациялар музейын булдырыу буйынса тәүге аҙымдар яһайбыҙ. Әммә уның проекты иң абруйлы конкурстарҙың береһендә – Бөтә Рәсәй «Архитектура мираҫы» фестивалендә еңеү яуланы. Музей командаһына рәхмәт. Хәтерегеҙгә төшөрәм, визит үҙәген асыу 6 июлгә планлаштырылған. Барыһын да саҡырам!” тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.