Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Йондоҙ-рахман” мәсете көс-ҡеүәт биреп торһон!

Донецк Халыҡ Республикаһында Салауат Юлаев исемендәге батальон хәрбиҙәре көсө менән өр-яңы мәсет ҡалҡып сыҡты, тип хәбәр итә “Башинформ”. Мәсет азат ителгән ауылдарҙың береһендә урынлашҡан. Яугирҙәр мәсеткә армия йондоҙҙары хөрмәтенә “Йондоҙ-рахман” тигән исем биргән. Мәсет яугирҙәрҙең үҙҙәре йыйған аҡсаһына төҙөлгән. Төҙөлөш хеҙмәттән бушаған ваҡытта дауам иткән. Мәсетте асыу көнөндә яугирҙәр доға уҡығандан һуң байрам табыны ойошторған. Хәрби бурысын үтәп ҡайтҡан юлаевсылар, Ростов өлкәһе мосолмандарының диниә назараты вәкилдәре һәм Донецк Халыҡ Республикаһы етәкселәре мәсеттең тәүге ҡунаҡтары булды. Мәсет Башҡортостан урманынан һалынған. Ҡарағай бүрәнәләр, таҡталар Башҡортостандан республика етәксеһе Радий Хәбиров менән килешеү буйынса килтерелгән, тип хәбәр итә “Башинформ” агентлығы. Башҡортостан Башлығының РФ милли гвардия ғәскәрҙәре менән эш итеү буйынса советнигы Артур Йомағужин фотоһы.