Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Төйәләҫ йылғаһында ике кеше батҡан

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, ял көндәрендә республиканың күл һәм йылғаларында бөтәһе биш кешенең ғүмере өҙөлгән. Өфөлә Ағиҙел йылғаһында 17 йәшлек егет, Тажикстан гражданы, батҡан. Водолаздар уның кәүҙәһен ярҙан 25 метр алыҫлыҡта тапҡан. Ҡандракүлдә 71 йәшлек бабайҙың ғүмере өҙөлгән. Сибайҙа Төйәләҫ йылғаһында 30 минут арауыҡ менән 69 һәм 57 йәшлек ирҙәр батҡан. Уларҙың кәүҙәһен һыу инергә килеүселәр алып сыҡҡан. Шаран районы Анисимова Поляна ауылы янындағы быуала 32 йәшлек ир батып үлгән. Уның кәүҙәһен ауылдаштары тапҡан. Көндәр эҫе тора, күп кеше йылға -күл буйҙарында ял итә. Күпме иҫкәртеүҙәр булыуға ҡарамаҫтан, рөхсәт ителмәгән урында һыу инеүҙәр дауам итә. Һыу ингән саҡта барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, йыһазландырылмаған урында һыу инмәгеҙ. Иҫерек килеш һыуға төшөү хәүефте күпкә арттыра. Балаларҙы һыу буйында күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Ял итеү ғүмерлек ғазапҡа әүерелмәһен! Фото: МЧС