Найти тему
Башҡортостан гәзите

Радий Хәбиров “Уралинтех” компанияһының етештереү майҙансығында булды

Радий Хәбиров предприятиены үҫтереү мөмкинлектәрен дә тикшерҙе. Мәҫәлән, “Уралинтех” компанияһы термореактив полимер япмаларҙың яңы цехын төҙөү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашыра башланы. Был продукция күләмен һәм ассортиментын арттырырға, 20 өҫтәмә эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 30 миллион һум тәшкил иткән проектты 2024 йылдың майында “Инвестиция сәғәте”ндә хупланылар. Предприятие директоры Виталий Дашков аңлатыуынса, яңы цех өсөн термореактив япмалар етештереүҙең юғары технологиялы линияларының беренсе партияһына заказ биргәндәр. Производствоны киңәйтеү өсөн өҫтәмә ер участкаһы кәрәклеген дә билдәләне. Башҡортостан Башлығы “Уралинтех” компанияһы етәкселеген дәүләт ярҙамы саралары тураһында фекер алышыу өсөн “Инвестиция сәғәте”нә саҡырҙы. Фото: glavarb.ru